Нет аудиозаголовка!!!
23 июль Рәсәйҙең 15 регионында "Бөтә Рәсәй тауыштан уҡыу көнө" үтәсәк. Был көндө теләһә кем китаптан яратҡан өҙөгөн уҡый ала. Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы ла, башҡалар менән бер иҫәптән, был акцияла ҡатнаша. 
"Бөтә Рәсәй тауыштан уҡыу көнө" акцияһы - уҡыу мөхитен тыуҙырыуға йүнәлтелгән ағартыу акцияһы. Акция сиктәрендә, ҡатнашыусыларға үҙҙәре һайлап алған фольклор, матур әҙәбиәт йәки шиғри әҫәрҙән өҙөктө тауыштан уҡырға тәҡдим ителә. 
Китапханасылар рус һәм совет прозаигы, драматург Александр Валентин улы Вампиловтың "Ҡауҙы ояһында ҡояш" һәм "Ваҡиғалар барышы" әҫәрҙәрен уҡынылар. 
Одноклассники социаль селтәрендә видео
Бәйләнештә социаль селтәрендә видео
Әйҙәгеҙ, бергә уҡыйыҡ, әйҙәгеҙ, тауыштан уҡыйыҡ!

 

 

20 июль, китап уҡыуҙы популярлаштырыу маҡсатында, асыҡ һауала "Китапхана бульвары: китап менән осрашыу" акцияһы үтте. 
Китапханасылар ололарға һәм балаларға Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының эше, махсус форматтарҙағы китаптар тураһында һөйләнеләр. Балалар өсөн китаптар менән таныштырҙылар, рус халыҡ әкиәттәрен уҡынылар, күңелле викторина үткәрҙеләр.
Нет аудиозаголовка!!!
 
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы "Ҡараңғыла йөрөү" квесына саҡыра. 
Уйын һуҡыр кешеләрҙең тормошон яҡынданыраҡ тойоу, уларға ҡарата тағы ла толерантлыраҡ булыуға йүнәлтелгән. 
Китапханасылар һеҙгә дөм ҡараңғыға сумыу һәм һуҡыр кешенең тормошон үҙ өҫтөңдә татып ҡарау мөмкинлеген бирәсәк. Бары тик тауыштарға ғына таянып, төрлө урындарҙа буласаҡһығыҙ. Квест йәнһүрәт ҡарау менән тамамланасаҡ. Сара "Пушкин картаһы" буйынса үтә. 
Башлана: 26 июль, 11:00.
Билет хаҡы: 300 һум.

Мероприятие проводится по «Пушкинской карте».

 

14 июль махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре "Батырлыҡ символы - Сталинград" тарихи сәйәхәтен үткәрҙе. Ҡунаҡтар өсөн, "Кәртәләрһеҙ кино" клубы сиктәрендә, "Улар тыуған ил өсөн көрәште" фильмы күрһәтелде. 
Ҡулланыусылар Сталинград алышының тарихи мәғәнәһе, шул йылдарҙағы мөһим ваҡиғалар, Сталинград һаҡсыларының бөйөк ҡаһарманлығы тураһында белделәр. Шулай уҡ, сара барышында, китап уҡыусылар Сталинград алышы тураһында әҙәбиәт менән танышты.

Книги о Сталинградской битве, ее значение и потери.. можно прочитать здесь.

13 июль Яҡутияла "Төбәктәрҙең мәҙәни йөҙөндә махсус китапханаларҙың мәғәнәһе" Бөтә Рәсәй ғилми-практик конференцияһы асылды. Сара һуҡырҙар өсөн республика китапханаһының 55 йыллығына арналды. 

Конференция эшендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминева ҡатнаша. 
Саха республика мәҙәниәт һәм рухи үҫеш министры Юрий Куприянов билдәләүенсә, бындай конференцияларҙы үткәреү - төбәктәр менән ижтимағи-мәҙәни бәйләнештәрҙе яйға һалыу, китапхана эше, волонтерлыҡ, йәмғиәт хеҙмәте өлкәһендә тәжрибә менән уртаҡлашыу өсөн мөһим. 
Яҡут республикаһын төбәктәр, ҡатнашыусылар менән йылы хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәре бәйләй. Был ике көндә докладтар менән 50 спикер сығыш яһаясаҡ. Быйыл Саха республикаһына йөҙ йыл, һәм шуның 55 йылында бында һуҡырҙар өсөн республика китапханаһы эшләй. Ул, шулай уҡ, ошо конференцияның ойоштороусыһы. Был конференция яңы үрҙәргә ынтылыу һәм яңы пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн башланғыс нөктә булыуын теләйем, - тине министр. 
Конференцияла Мәскәү, Өфө, Ҡазан, Владивосток, Чита, Яҡутия махсус китапханаларынан алты етәксе һәм китапханасылар ҡатнаша. Бөтәһе 70 ҡатнашыусы теркәлгән. Күбеһе - Екатеринбург, Воронеж, Саранск, Төмән, Новосибирск, Калуга, Красноярск, Хабаровск, Белгород, Киров, Тамбов, Майкоп, Липецк һәм Яҡутия һәм республика белгестәре конференцияла онлайн форматта ҡатнашасаҡ. 
Конференция РФ төбәктәрендәге махсус китапханалар, мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениелары, Саха республикаһының йәмғиәт, белем биреү, ижтимағи ойошмалары хеҙмәткәрҙәрен берләштерә.
 
Халыҡ-ара шахмат көнө сиктәрендә, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Бәләбәй филиалында "Шахмат иле буйлап сәйәхәт" конкурсы ойошторолдо. 
Шахмат уйыны хәтерҙе нығытыуға, аҡылды, ижади һәм логик фекерләүҙе үҫтерә,тиҙәр. "Шахматтар тураһында" презентацияһынан ҡатнашыусылар был уйындың килеп сығышы тураһында күп мәғлүмәт белделәр. 
Шахмат турнирында Сергей Пегешев, Илгизәр Йәруллин, Мария Пегешева еңеүсе тип табылды.

 

 

Акцияның ҡатнашыусылары - ҡан хеҙмәте учреждениелары, мәҙәниәт учреждениелары, дәүләт орган вәкилдәре, корпоратив ҡан донорлығын үҫтереүсе теләһә ниндәй ойошмалар. 
Номинациялар: 
- "Культурный код донора": төбәктәрҙең мәҙәни тормошона донорҙарҙы йәлеп итеүгә йүнәлтелгән саралар системаһы, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу; 
- "Культура - донорству": донорлыҡ хәрәкәте мәҙәниәт учреждениелары, мәҙәниәт менән идара итеү органдары вәкилдәренең ҡатнашыуы;
- "Креативное донорство": ҡан донорлығын һәм һөйәк мейеһен пропагандалау аша Рәсәй халыҡтарының традицион ҡиммәттәрен креатив форматта эшләп сығарыу; 
- "Донорство объединяет": ҡан донорлығына Рәсәй халҡын йәлеп итеү; 
- "Сила традиций": ҡан донорлығын һәм һөйәк мейеһен пропагандалауҙа мәҙәниәт учреждениелары потенциалын ҡулланыу; 
- "Расширяя границы донорства": акция сараларын мәғлүмәт яғынан яҡтыртыу. 
Был акция ярҙамында беҙ төбәк ҡан банктарын тултырып ҡалыу түгел, ә шулай уҡ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дә был эшкә йәлеп итә аласаҡбыҙ. 
Ойоштороусылары - һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү Милли фонды, ҡан донорлығы буйынса координация советы һәм Федераль медицина һәм биология агентлығы. 
Акция тураһында тулыраҡ мәғлүмәт http://nfrz.ru сайтында.

 

Махсус китапхана абонементында "Авантюр романдар авторы" китап күргәҙмәһе асылды. Күргәҙмә француз яҙыусыһы Александр Дюманың тыуыуына 220 йыл тулыуға арналды. 
Александр Дюма - француз яҙыусыһы, журналист, драматург, популяр романдар авторы. 
Александр Дюма Париждан алыҫ түгел кескәй ҡаласыҡта, 1802 йылдың 24 июлендә тыуған. Йәш сағында ул Париж театрҙарында булырға ярата һәм ошонда драматургияға булған һөйөүен нығыта. Уның тәүге яҙмалары - водевилдәр, пьесалар һәм журнал мәҡәләләре. Иң билдәлеләре - "Мөхәббәткә һунар", "Генрих III һәм уның ихатаһы", "Изабелла Баварская". 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә.

Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:

  1. Дюма, А. АСКАНИО [Шрифт Брайля] : Роман : Пер. с фр. / ред. В.С. СЕДОВ .— 1-е изд. — М. : Репро, 1995 .— 9 кн. — С изд.: М.: ВО "СОВЭКСПОРТКНИГА", 1992.
  2. Дюма, А. Соратники Иегу [Шрифт Брайля] : Роман : Пер. с фр. / А. Дюма, ред. А. Денискин .— 1-е изд. по Брайлю .— М. : Репро, 2000 .— 10 кн. — ПЕРЕПЕЧ.: Курск: МНПП "Сеймъ".
  3. Дюма, А. Сказки [Текст Брайля] : пер. с фр. / А.Дюма .— М. : Репро, 2008 .— 4 кн.
  4. Дюма, А. Бонапарт [Шрифт Брайля] : исторический роман: пер. с фр. / А. Дюма .— 1-е изд. по Брайлю .— М. : МИПО Репро, 2015 .— 4 кн. — Перепеч.: СПб. : Азбука-классика, 2008.- (12+)

«Говорящие» книги на оптических СД-дисках и электронные ресурсы:

  1. Дюма, А. Шевалье де Сент-Эрмин в 2 т. Т. 1 [Электронный ресурс] : 16 ч 49 м: пер. с фр. / А. Дюма ; чит. В. Герасимов .— М. : Логос ВОС, 2009 .— 1 фк. (43 ч 10 м) с. — Зап. с ориг. ИПТК "Логос" ВОС.
  2. Дюма, А. Красный сфинкс [Электронный ресурс] : пер. с фр. / А. Дюма ; чит. И. Воробьева .— М. : Логос ВОС, 2009 .— 1 фк. (44 ч 17 м.) с. — С изд.: М.:Арт-Бизнес-Центр,2007
  3. Дюма, А. Дама с камелиями [Электронный ресурс] : роман: пер. с фр. / А. Дюма ; чит. Е. Терновский .— М. : Логосвос, 2012 .— 1 фк. (83 ч 53 м) .— С изд.: М.: МП "Фирма АРТ", 1991.
  4. Дюма, А. Дама с камелиями [Электронный ресурс] : роман: пер. с фр. / А. Дюма ; чит. Е. Терновский .— М. : Логосвос, 2012 .— 1 фк. (83 ч 53 м) .— С изд.: М.: МП "Фирма АРТ", 1991.
  5. Дюма, А. Виконт де Бражелон, или 10 лет спустя. Ч. 1-2 [Электронный ресурс] : роман: пер. с фр. / А. Дюма ; чит. В. Лебедева .— М. : Логосвос, 2012 .— 1 фк. (77 ч 4 м) .— (26 ч 24 м) .— С изд.: Запись с ориг. ИПТК Логос ВОС.
  6. Дюма, А. Королева Марго [Электронный ресурс] : роман: пер. с фр. / А. Дюма ; чит. Л. Леликова .— М. : ООО "Будущие технологии", 2009 .— 2 электрон. опт. диска (CD-ROM).-Формат МР3.
  7. Дюма, А. Наполеон; Генрих IV [Электронный ресурс] : романы: пер. с фр. / А. Дюма ; чит. М. Поздняков .— М. : ООО "Будущие технологии", 2008 .— 2 электрон. опт. диска (CD-ROM): 22 ч 36 м.- формат МР3.
  8. Дюма, А. Три мушкетера [Электронный ресурс] : роман: пер. с фр. / А. Дюма ; чит. С. Горбунов, О. Голованова .— М. : ООО "Будущие технологии", 2005 .— 2 электрон. опт. диска (CD-ROM): 29 ч 02 м 40 с.- Формат МР3.
  9. Дюма, Александр. Графиня де Монсоро [Электронный ресурс] : пер. с фр. / А. Дюма ; чит. И. Ерисанова .— М. : Логос ВОС, 2004 .— 1 электрон. опт. диск (CD-ROM): 28 ч 37 м 18 с.- Формат МР3 .— (Говорящая книга для слепых) .— С изд.: М.: Худож. лит., 1978.

Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:

  1. Дюма, А. Графиня Солсбери 1839 ; Изабелла Баварская 1835 [Текст] : романы : пер. с фр. / А. Дюма .— М. : Дайджест, 1992 .— 464 с .— (Собр. соч. : в 35 т. Т. 1)
  2. Дюма, А. Асканио 1843 [Текст] : роман : пер. с фр. / А. Дюма .— М. : Дайджест, 1992 .— 464 с .— (Собр. соч. : в 35 т. Т. 2) .
  3. Дюма, А. Две Дианы 1847 [Текст] : роман : пер. с фр. / А. Дюма .— М. : Дайджест, 1992 .— 464 с .— (Собр. соч. : в 35 т. Т. 3)
  4. Дюма, А. Королева Марго 1845 [Текст] : роман : пер. с фр. / А. Дюма .— М. : Дайджест, 1992 .— 464 с .— (Собр. соч. : в 35 т. Т. 4)
  5. Дюма, А. Графиня де Монсоро 1846 [Текст] : роман : пер. с фр. / А. Дюма .— М. : Дайджест, 1992 .— 464 с .— (Собр. соч. : в 35 т. Т. 5)
  6. Дюма, А. Двадцать лет спустя 1845 [Текст] : роман : пер. с фр. / А. Дюма .— М. : Дайджест, 1992 .— 688 с. — (Собр. соч. : в 35 т. Т. 8)
  7. Дюма, А. Три мушкетера [Текст] : роман: пер. с фр. / А. Дюма .— Курск : МНПП "Сеймъ", 1992 .— 496с .— (16+)
  8. Дюма, А. Изабелла Баварская; Асканио [Текст] : романы: пер. с фр. / А. Дюма .— Курск : АП "Курск", 1993 .— 592 с .— (16+)
  9.  Дюма, А. Мария Стюарт; Мария Стюарт [Текст] : романы: пер. с фр.; с нем. / А. Дюма; Ст. Цвейг .— СПб. : Северо-Запад, 1993 .— 542 с .— (16+)
Хөрмәтле ҡулланыусылар!
Ҡорбан байрамына бәйле, 8 июль китапхана 16:00 тиклем эшләй. 
9, 10, 11 июль - ял көндәре. 
12 июль - эш көнө. 
Администрация
Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә ҡарата, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Ғаилә - күңел усағы" онлайн уйын үтте. 
Осрашыу барышында китапханасы байрам тарихы, Петр һәм Февроний тураһында һөйләне. Ҡатнашыусылар, шулай уҡ, китапхана фонды менән танышты, һәм викторинала ҡатнашты. 
Видеотрансляцияға һылтанма: https://ok.ru/live/4327223205718

Страницы

Подписка на ҺУҠЫРҘАР ӨСӨН БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА  МАХСУС КИТАПХАНАҺЫ RSS
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.