Новости

04.01.2024
Луи Брайль – учитель незрячих
Луи Брайль исеме ерҙәге төрлө сәбәптәр арҡаһында күреү һәләтен юғалтҡан бөтә кешеләр өсөн изге. Ул һуҡыр кешеләргә уҡырға һәм яҙырға мөмкинлек биргән уникаль рельефлы-нөктәле шрифт уйлап таба.
Луи Брайль 1809 йылда Францияның бәләкәй генә Кувре ҡалаһында һөнәрсе ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы ат егеү ҡорамалдары эшләү менән шөғөлләнә. Луиҙың ике өлкән апаһы һәм бер ҡустыһы була.
02.01.2024
Золушка (с тифлокомментариями)
Надежда Кошеверова һәм Михаил Шапироның "Көлһылыу" фильмы зәңгәр экрандарға 1947 йылда сыҡты. Сценарийҙы драматург Евгений Шварц яҙа. Ул Шарль Перро яҙған әкиәтте аҙыраҡ үҙгәртеп, уға ирония һәм юмор өҫтәй. 
Көлһылыуҙы Янина Демо, ә батша улын Алексей Консовский уйнай. Картинала, шулай уҡ, Фаина Раневская, Василий Меркурьев, Сергей Филиппов һ. б. артистар ҡатнаша. Төп геройҙарҙың йырҙарын Любовь Черника һәм Юрий Хочинский башҡара. 
2009 йылда фильм реставрациялана һәм төҫлө итеп төшөрөлә. 
01.01.2024
Назифа Кадырова
Махсус китапхананың хөрмәтле ҡулланыусылары! 
Һеҙҙең иғтибарға актёр, йырсы, РСФСР халыҡ артисы, Башҡорт АССР халыҡ артисы, Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры Фидан Ғафаровтың концертын ҡарарға тәҡдим итәбеҙ. 
Шулай уҡ, БАССР атҡаҙанған артисткаһы, Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы, РФ атҡаҙанған артисткаһы Нәзифә Ҡадырованы тыңларға саҡырабыҙ. 
Рус, совет, башҡорт һәм татар авторҙарының әҫәрҙәре яңғыраясаҡ.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.