Әҙәби бүлмә. “Бөйөк яҙыусының ғүмер биттәре буйлап”

Литературная гостиная «По страницам жизни великого писателя»

Бөйөк яҙыусы-романист Л. Толстойҙың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы 7 сентябрь махсус китапхананың әҙәби бүлмәһендә “Бөйөк яҙыусының ғүмер биттәре буйлап” кисәһе үтте.

Беҙ ҡунаҡтарыбыҙҙы яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән таныштырҙыҡ, ғүмеренең ҡыҙыҡлы һәм бигүк билдәле булмаған мәлдәре тураһында һөйләнек, әҫәрҙәре буйынса викторина үткәрҙек.

Лев Толстой 1828 йылдың 28 авгусында донъяға килгән. Тәүге әҫәрҙәренең береһе – “Бала саҡ”. Иң бөйөк тип һаналған әҫәрҙәре – “Һуғыш һәм солох”, “Анна Каренина”.

Яҙыусының тере сағында һуңғы тапҡыр “Рәхмәтле ер” повесы баҫтырыла, үҙе үлгәс повестың дауамы “Донъяла ғәйеплеләр юҡ” донъя күрә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.