Заманса китапхана” журналындағы мәҡәлә

Статья в журнале "Современная библиотека"
“Заманса китапхана” журналында (ҫ-се һан, 2017й.) Вера Николай ҡыҙы Пантелееваның мәҡәләһе баҫылды. Мәҡәләлә апрель айында махсус китапханала үткән “Һаулығы сикле граждандарҙы китапханаларға яраҡлаштырыу” фестивале тураһында тәфсирләп яҙылған.
Эш барышында белгестәр, һуҡырҙарҙы һәм насар күреүселәрҙе мөхиткә адаптациялаштырыу буйынса практикалар менән танышты. Семинарҙа ҡатнашыусыларға, махсус китапханала ҡулланылған, төрлө эш формалары тәҡдим ителде: “Содружество” яраҡлаштырылған художестволы күргәҙмәһе, һуҡырҙар өсөн тифлокомментарийлы фильмдар, “Башҡортостан портреты” лото уйындары серияһы һ.б.
Төрлө аспекттағы практик хәбәрҙәр һәм мастер-класстар менән Күмертау, Октябрьск, Өфө, Нефтекамск ҡалалары, Хәйбулла, Асҡын, Борай, Шишмә райондары дөйөм хеҙмәтләндереү китапханаларынан белгестәр сығыш яһаны.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.