Новости

27.02.2024
“Пример беззаветного служения и преданности родному Башкортостану”
Күренекле башҡорт совет һәм Рәсәй сатиригы һәм юморисы, шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының һәм БССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ ордены кавалеры Марсель Шәйнур улы Сәлимовҡа (Мар. Сәлим) 75 йәш.
22.02.2024
Творческий вечер «Посол мира и юмора»
Махсус китапханала 27 февралдә яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимдең ижад кисәһе үтә. Кисә сатириктың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған.
Марсель Шәйнур улы Сәлимов - 1980-2010 йылдарҙа "Һәнәк" башҡорт сатирик журналының баш мөхәррире, 1992-2010 йылдарҙа рус телендә "Вилы" юмористик журналына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе баш мөхәррире, 1996-2006 йылдарҙа Башҡортостан журналистар Союзы рәйесе; 40-тан ашыу китап авторы. Яҙыусының әҫәрҙәре иллегә яҡын телгә тәржемә ителгән һәм Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең күп кенә баҫмаларында баҫылған. 
21.02.2024
Туған тел көнөнә М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының әүҙем уҡыусылары "Гүзәл туған телем!" әҙәби-шиғри флешмобта ҡатнаштылар. Рәсәй шағирҙарының әҫәрҙәре рус, башҡорт, татар телдәрендә яңғыраны. #ДеньРодногоЯзыка_2024БРСБС #РоднойЯзыкКакТыПрекрасенБРСБС #ЧитаюстихисБРСБС2024

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.