Всеволод Гаршиндың яратҡан әкиәттәре

Любимые сказки Всеволода Гаршина
13 февраль махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре Өфө ҡалаһының 28-се интернат-мәктәбенең 4-се класс уҡыусылары өсөн "Яратҡан әкиәттәр" викторинаһын ойошторҙо. Сара В.М. Гаршиндың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналды.
Всеволод Гаршин 1855 йылдың 2 февралендә офицер ғаиләһендә тыуған.
1874 йылда Таулы институтына уҡырға инә. Әммә әҙәбиәт һәм сәнғәт уны нығыраҡ тарта. Һәм ул очерктар, сәнғәт ғилеме буйынса мәҡәләләр яҙа башлай.
1877 йылда Рәсәй Төркиәгә һуғыш иғлан итә. Гаршин үҙе теләп һуғышҡа китә.
Уның иң танылған әҫәре "Сәйәхәтсе тәлмәрйен" буйынса йәнһүрәт төшөрөлгән.
Викторина барышында балалар әҙәбиәт геройҙарын атанылар, яҙыусының ҡайһы бер әҫәрҙәренән эпизодтарҙы ятҡа һөйләнеләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.