Василий Шукшиндың көс биргән яҡтылығы Ҡыҙыл балан китабы

Книга Калина красная
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана абонементы үҙенең китап уҡыусыларына урыҫ яҙыусыһы, кинорежиссер һәм актер Василий Шукшиндың тыуыуына 90 йыл булыу айҡанлы “Василий Шукшиндың көс биргән яҡтылығы” исемле китаптар күргәҙмәһе тәҡдим итә.
Күргәҙмәлә насар күреүсе һәм күрмәгән кешеләргә генә хас Брайль шрифтында баҫылған китаптар, аудиокасеталар, яҫы баҫмалар форматында энциклопедик һәм белешмә баҫмаларҙан мәҡәләләр шәлкеме күрһәтелгән.
Шукшиндың китап һәм фильм геройҙары - үҙенсәлекле характерлы, осҡор күҙле һәм әсе телле ябай совет ауылы эшсәндәре. Иң беренсе геройҙарының береһе, “Шундай бер егет йәшәй”, ҡаһарманлыҡ эшләргә генә әҙер торған ауыл шоферы Пашка Колокольников. Уның ҡайһы бер геройҙарын сәйерерәк икенсе ғаләм кешеләре тип әйтергә лә була (“Микроскоп”, “Чудик”). Башҡа персонаждары ауыр төрмә һынауы үткән (“Егор Прокудин”, “Ҡыҙыл балан”). Шукшин әҫәрҙәрендә урыҫ ауылдарының ҡыҫҡа һәм тулы һүрәтләнеше бирелә, уның ижады телде төплө белеү һәм көнкүреш деталдәрен характерлай, беренсе планға йыш ҡына тәрән әхлаҡ проблемалары, милли урыҫ һәм бөтә кешелек өсөн уртаҡ байлыҡтар сыға (“Йәшәге килә”, “Йыһан, нервы системаһы һәм сало киҫәге”).
Василий Аркадий улы Шукшин 1929 йылдың 25 июлендә крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1943 йылда Шукшин Сростки ауылында ете йыллыҡ тамамлай һәм Бийск автомобиль техникумына уҡырға инә. Унда ике йыл ярым уҡый, әммә техникумды тамамламай. 1945 йылда Сростки ауылы колхозына эшләргә китә. 1949 йылда Шукшин хәрби диңгеҙ флотына хеҙмәт итергә алына. Уның әҙәби эшмәкәрлеге армияла башлана, нәҡ унда ул беренсе яҙып маташҡан хикәйәләрен хеҙмәттәштәренә уҡый. 1953 йылда ашҡаҙан язваһы табылыу сәбәпле запасҡа ебәрелә һәм Сростки ауылына ҡайта. Василий Макар улы тыуған ауылында имтихан тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты ала һәм Сростки мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәттән уҡыта башлай. Хатта бер ни ваҡыт мәктәп директоры ла була. 1954 йылда Шукшин Мәскәүгә ВГИК-ка уҡырға инергә юллана. 
Башта документтарын сценарлы факультетҡа бирә, ләкин һуңынан режисерлыҡ бүлегенә инергә ҡарар итә һәм уны 1960 йылда тамамлай (М. И. Ромм оҫтаханаһы). 1958 йылда “Смена” журналында беренсе “Икәү арбала” хикәйәһе баҫылып сыға.
1956 йылда кино өлкәһендә Шукшиндың дебюты була: С. А. Герасимовтың “Тымыҡ Дон” фильмында; бәләкәй генә эпизодта ул ситән араһынан ҡараусы матросты уйнай. Ошо матростан башлана ла инде актер Шукшиндың кинематографик яҙмышы. 1963 йылда “Йәш гвардия” нәшриәтендә Шукшиндың “Ауыл халҡы” исемле беренсе китабы донъя күрә. Эдварда Кузьмина “Яңы ғаләм” журналында Шукшиндың иң яҡшы хикәйәләрендә “тормош зирәклеген, һиҙгерлеген, нәфислеген” күрһәтәүен, яҙыусы, әйтерһең, геройҙарының эсенә инеп китеүе, уларҙың күҙе менән ҡарауын билдәләй. Василий Шукшин күп пландар менән яна, ләкин уларҙың күбеһе тормошҡа ашмай. 1965 йылда Шукшин Степан Разин етәкселегендәге ихтилал тураһында киносценарий яҙа башлай, әммә СССР Госкомкинонан хуплау алмай. Һөҙөмтәлә сценарий “Мин һеҙгә ирек бирергә килдем” романына үҙгәртелә. Ул “Ҡыҙыл балан” фильмын төшөрөү ваҡытында саҡ ҡаты өйәнәктән аңына килгән ваҡыт була. Василий Макар улы Шукшин 1974 йылдың 2 октябрендә “Дунай” теплоходында “Улар ил өсөн көрәштеләр” фильмын төшөргән ваҡытта ҡапыл вафат була.
 
Книги, изданные рельефно-точечным шрифтом Брайля:
Шукшин, В.М. Я ПРИШЕЛ ДАТЬ ВАМ ВОЛЮ [Шрифт Брайля]: роман / В.М. Шукшин .— М. : ПРОСВЕЩЕНИЕ, 1988 .— 7 кн. — Перепеч.: М.: Сов. писатель, 1974 Шукшин, Василий Макарович. Жил человек… [Шрифт Брайля]: рассказы, повести / В. М. Шукшин; сост., подгот. текста Л. Федосеева-Шукшина.— 1-е изд. по Брайлю .— М. : Репро, 2002 .— 13 кн. — Перепеч.: М.: Худож. лит., 1991.
Шукшин, Василий. Калина красная [Текст Брайля]: киноповесть: рассказы / В. Шукшин; ред. Е.О. Маленкова.— СПб. : Чтение ВОС, 2010 .— 4 кн. — (Читаем кино) .— Перепеч.: М.: Эксмо, 2009 .— ISBN 978-5-89206-217-6 (100,00) .
«Говорящие» книги на магнитофонных кассетах:
Шукшин, В.М. РАССКАЗЫ 1960-1971 ГОДОВ [Звукозапись] / В.М. Шукшин ; Читает Л. БОРОДИН .— М. : Логос ВОС, 1998 .— 8 мфк. (30 ч. 28 м. 2 8 с.): 2, 38 см/с, 4 дор. — С изд.: М.: Мол. гвардия, 1985.- (Собр. соч. в 3 т. Т. 2). Шукшин, В. Рассказы 1972-1974 гг. Повести. Публицистика. [Звукозапись] / В. Шукшин; чит. В. Герасимов. — М.: Логосвос, 2015 .— 7 мфк. — С изд.: М.: Мол. гвардия, 1985.- (Собр. соч. : в 3 т. Т. 3).
«Говорящие» книги на отптических СД-дисках:
Шукшин, В. Крепкий мужик. Обида [Электронный ресурс] / В. Шукшин .— СПб. : Вира-М, 2007 .— 1 электрон опт диск ( CD-ROM): 36 м. - Формат МР3 .— Исп. актёры театров и дикторы радио «Говорящие» книги с электронного ресурса: Шукшин, В. Рассказы 1960-1971 годов [Электронный ресурс] / В. Шукшин ; чит. Л. Бородин .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3.
Шукшин, В. Рассказы 1972-1974 годов [Электронный ресурс] / В. Шукшин ; чит. В. Герасимов .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3. Шукшин, В. Публицистика [Электронный ресурс] / В. Шукшин ; чит. В. Герасимов .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 3
Шукшин, В. Повести [Электронный ресурс] / В. Шукшин ; чит. В. Герасимов .— 1 фжд : Формат MP3.— С жесткого диска № 3. Шукшин, В. А поутру они проснулись. [Электронный ресурс] : спектакль / В. Шукшин ; исп. артисты Московского театра "Современник" .— М. : Логосвос, 2009-2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 1
Шукшин, В.. Любавины [Электронный ресурс] / В. Шукшин; чит. И. Прудовский .— М. : Логосвос, 2009-2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 1 Шукшин, В. Рассказы [Электронный ресурс] / В. Шукшин ; чит. И. Прудовский .— М. : Логосвос, 2009-2010 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 1.
Шукшин, В. . Любавины. Кн. 1 [Электронный ресурс] : роман / В. Шукшин .— М. : Логосвос, 2011 .— 1 фжд : Формат MP3 .— С жесткого диска № 2. Книги, изданные плоско-печатным шрифтом:
Шукшин, В.М. РАССКАЗЫ [Текст] / В.М. Шукшин. — М. : Логос ВОС, 2005 .— 60 с. — (Круг чтения. Изд. для слабовидящих). Шукшин, В.М. Я ПРИШЕЛ ДАТЬ ВАМ ВОЛЮ [Текст] / В.М. Шукшин. — М. : СОВРЕМЕННИК, 1982 .— 383 с. — (Б-ка российского романа) .

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.