Үткән йылда булған фестивалдәр

Фестивали уходящего года. Итоги
Өфөлә йыл һайын мөмкинлектәре сикле балалар өсөн конкурстар һәм фестивалдәр үтеп тора. 2018 йыл да был рәттән төшөп ҡалманы. Көҙөн “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” VI инклюзив фестивале, махсус китапхана тарафынан ойошторолған XIIIконкурс, һуҡырҙар ойошмаһының “Һәләтлеләр йәйғоро” VIII фестивале ҡыуандырҙы.Фестивалдәрҙә физик, сенсор, менталь яҡтан һаулығы сикле балалар ҡатнашты. Һәр береһе бөткөһөҙ таланты менән һоҡландырҙы.
13 ноябрь һуҡырҙар көнөндә махсус китапханала йыл һайын үткәрелгән “Талантлыбыҙ бергәләп” конкурсының бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Был конкурста республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 97 бала ҡатнашты.
24 ноябрь “Һәләтлеләр йәйғоро” балалар ижады фестивалендә төрлө йәштәге балалар үҙ көсөн һынаны. Улар таланттарын бейеүҙә, шиғырҙарҙа һәм мәҫәлдәрҙә, йырҙа, төрлө музыка ҡоралдарында уйнауҙа күрһәттеләр.
Бындай саралар балаларҙың үҫешендә ыңғай йоғонто яһай. Шуға күрә, киләһе 2019 йылда яңы фестивалдәр көтөп ҡалабыҙ.
 
Надежда Долматова  https://pregrad-net.ru

 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.