Участие в работе Всероссийской научно-практической конференции

Участие в работе Всероссийской научно-практической конференции
16-17 сентябрҙә Хабаров өлкәһенең мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Хабаров өлкәһенең һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында
“Мөмкинселектәре сикләнгәндәрҙе социаль-мәҙәни яҡтан реабилитациялау: хәл итеү һәм киләсәккә бурыстар ” тигән темаға китапхана ойошторолоуҙың 50 йыллығына арналған Бөтәрәсәй  ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.
Конференцияла Башҡортостан Республикаһының Һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһы директоры Аминева Айгөл Рафаэль ҡыҙы ла ҡатнашты.
Был сара Хабаровск ҡалаһында ойошторолоп уның эшендә Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән мәҙәниәт, йәмғиәт, мәғариф өлкәһенән 90 ашыу вәкил булды. Конференция барышында  инвалидтарҙы  социаль яҡтан яҡлауҙа техник яңылыҡтарҙы ҡулланыу мөмкинселектәре ҡаралды.
Конференцияның пленар көнөндә электрон пандустарҙы ҡулланыу, инвалид балаларҙы ситтән тороп уҡытыу, мәҙәниәт учреждениеләрен инвалидтарға яҡынайтыу мөмкинселектәре һәм тифлоаңлатмалы фильмдарҙы күрһәтеү һорауҙары ҡаралды.
Конференция эсендә 17 сентябрҙә Хабаровск өлкә махсус китапханаһының юбилейына арналған тантаналы сара ла уҙғарылды.
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.