“Тюлькин һәм уның уҡыусылары” күргәҙмәһе

Выставка «Тюлькин и его ученики».
Махсус китапхана М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт сәнғәт музейы фондынан әҫәрҙәренән торған күсмә күргәҙмәһен тәҡдим итә.
Һүрәттәрҙең факсимиль күсермәләре полиграфик киндер материалдарҙа бирелә. Экспозицияға 20-гә яҡын эш ингән.
Александр Эрастович Тюлькин – график рәссам, башҡорт рәссам мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Өфө сәнғәт училищеһында 25 йыл уҡыта, күп быуын рәссамдар сығара. Улар араһында Б. Домашников, А. Пантелеев, Ф. Кащеев, Р.Нурмухаметов, М. Назаров, А. Лотфуллин, П. Салмасов һ.б. бар.
А. Э. Тюлькин 1888 йылдың 19 (30) авгусында Өфө ҡалаһында крәҫтиән П. А. Соколов ғаиләһендә тыуған.
1901 йылдың ғинуарында уны Э. Е. Тюлькин уллыҡҡа ала һәм үҙ фамилияһын бирә. Тәүге рәсем дәрестәрен ул атаһынан ала. Ҡазандағы художество мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайта. Күп осраҡта натюрморт, пейзаждар, һирәк кенә тарихи һәм көнкүреш темаларына һүрәттәр яҙа.
Тюлькин әҫәрҙәренең күбеһе йыйылма музейҙарҙа һаҡлана. Шул иҫәптән Рус дәүләт музейында, Третьяков дәүләт галереяһында, Өфө ҡалаһының милли музейында һәм башҡаларҙа. Өфөлә рәссамдың мемориаль йорт-музейы асылған.
Күргәҙмә Өфө ҡалаһы Киров урамы, 47 адресы буйынса 30 сентябргә тиклем эшләйәсәк.
Транспорт туҡталышы “Витамин заводы”.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.