Тифлосессия «Доступность муниципальных библиотек для людей с ограничениями жизнедеятельности»

Тифлосессия «Доступность муниципальных библиотек для людей с ограничениями жизнедеятельности»
15 октябрь ZOOM платформаһы аша онлайн режимда "Мөмкинлектәре сиклеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың эше" тифлосессияһы үтәсәк.
Халыҡтың бар ҡатламдарына, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләргә лә, мәғлүмәт еткереү һорауҙарын ҡарау планлаштырыла.
Тифлосессия Бәләбәй, Бишбүләк райондарындағы китапхана эше өлкәһендә хеҙмәт итеүсе белгестәр өсөн уҙғарыла. Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы белгестәре мөмкинлектәре сикле граждандарҙың мәғлүмәт алыу өлкәһендә халыҡ-ара һәм рәсәй хоҡуҡ акттары, һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн төрлө мобиль ҡулайламалар аша яраҡлаштырылған һәм виртуаль формала мәғлүмәт еткереүҙе булдырыу үҙенсәлектәре тураһында һөйләйәсәк.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.