Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек белдереү көнөндә

День солидарности в борьбе с терроризмом
3 сентябрь Рәсәй терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек белдереү көнөн билдәләй. Был иҫтәлекле дата “Рәсәйҙең хәрби дан көндәре тураһында” Федераль законы тарафынан 2005-се йылда ҡуйылды. Был көн 2004-се йылдың 1-3 сентябрендә Бесланда булған ҡот осҡос террор ваҡиғаларына арнала.
Ошо дата айҡанлы махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре “Терроризм. Мин иҫкәртелгәнмен” хәтер кисәһен үткәрҙе. Сарала Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
Балалар менән “Аманатҡа алынғанда нимәләр эшләргә?” темаһына әңгәмә аып барылды. Шулай уҡ, темаға ярашлы ҡағиҙәләр яҙылған буклеттар таратылды.
Сара “Бесландағы фажиғә”, “Донъя дәресе” презентациялары, һүрәттәр буйынса ижади уйын, викторина менән дауам итте.   

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.