Суверенитет көнө менән!

Суверенитет көнө менән!
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде, республиканың яңы Конституцияһын әҙерләнде, 1992 йылдың февралендә Башҡортостан Республикаһы тигән исем бирелде. 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй һәм Башҡортостан етәкселеге тарафынан Федератив килешеүгә, уға республика тарафынан индерелгән Ҡушымтаға ҡул ҡуйылыуы тарихи мөнәсәбәттәрҙе тағы нығытты. 1993 йылдың декабрендә Башҡортостан Республикаһының яңы Конституцияһын ҡабул итеү ҙә үҙаллылығыбыҙҙың юғары кимәлен билдәләне. 
1994 йылдың 3 авгусында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында вәкәләттәрҙе сикләү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйыу республика Конституцияһының законлылығын раҫланы һәм Башҡортостан менән Рәсәйҙең үҙ-ара аныҡ эш итеү механизмын билдәләне. 2000 йылдың 3 ноябрендә Башҡортостан Республикаһының Конституцияһы яңыртылды.
Ошо көндә беҙ үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы һәм күп милләтле Башҡортостаныбыҙҙың халҡын байрам менән ҡотлайбыҙ!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр һәм оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.