Стәрлетамаҡта брайлистар конкурсы
6 май махсус китапхананың Стәрлетамаҡ филиалында Луи Брайль шрифты буйынса уҡыу һәм яҙыу республика конкурсының урындағы этабы үтте. Конкурс Башҡортостан республикаһының 100 йыллығына арнала.
Жюри фекере буйынса, Татьяна Сапарова еңеүсе тип билдәләнде. Тап ул 19 май Өфөлә үтәсәк һөҙөмтә конкурсында Стәрлетамаҡтан тәҡдим ителәсәк.