Шағир Алексей Фатьяновтың тыуыуына 100 йыл

К 100-летию «гения песни» поэта Алексея Фатьянова
28 август махсус китапханала шағир Алексей Фатьяновтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы “Йыр менән ҡанатланған күңел” музыкаль-әҙәби кисә үтте.
Алексей Иван улы Фатьянов – совет рус шағиры, 1940-1970 йй. популяр йырҙарҙың авторы. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уның ижады киң тарала. Күңелдәргә үтеп ингән “Һандуғастар” йырын маршал Жуков хатта “Изге һуғыш” йыры менән бер рәткә ҡуя. 
Алексей Иван улы бары 40 йыл ғүмер кисерә. Әммә үҙенән һуң үлемһеҙ шиғыр-йырҙарын халҡына ҡалдыра. Бындай яҙмыш хаҡында, моғайын, һәр шағир хыялланалыр. 
Сарала халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты Валерий Грызлин ҡатнашты. Ул беҙҙең китап уҡыусыларыбыҙҙы А. Фатьяновтың йырҙары менән ҡыуандырҙы. 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.