Салауат Юлаев тураһында әсбап сыҡты.

Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Салауат – батырлыҡ һәм дан символы” ҡабарынҡы график әсбап сыҡты. Хеҙмәт һуҡырҙар өсөн махсус Брайль шрифты һәм ҡабарынҡы график иллюстрациялар менән баҫтырылды.
Салауат Юлаев исеме Башҡортостандың иң билдәле исемдәрҙең береһе. Был милли герой азатлыҡ өсөн көрәш идеяһының символына әйләнде. Пугачев етәкселеге аҫтында үткән Крәҫтиән ихтилалының иң яҡты шәхесе булып тора. Бынан тыш, ул үҙенән һуң ижади мираҫын да халҡына ҡалдырҙы.
Геройҙың исеме халыҡ хәтерендә мәңгегә һаҡланасаҡ. Уның исеме урамдарға, ауыл атамаларына, мәҙәниәт учреждениеларына, музейҙарға бирелгән. 1967 йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы донъяға тыуҙы. Күп ҡалаларҙа һәйкәлдәр үҫеп сыҡты.
Әсбапта Салауаттың тормош юлы, һуғышта ҡатнашыуы, тотҡондағы көндәре яҡтыртылды. Шулай уҡ батырҙың үҙ шиғырҙары һәм уның тураһында яҙған төрлө авторҙарҙың шиғырҙары инде. 
Яҡын арала әсбап китапхана фондына инәсәк, филиалдарға таратыласаҡ.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.