Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә

Памяти Салавата Низаметдинова
3 март махсус китапханала композитор Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә арналған сара үтәсәк. Сарала Башҡортостан республикаһының халыҡ артистары Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова, "Урал моңо - 2018" фестивале еңеүсеһе Тимур Рамазано, Ленар Бикмырҙин, Ләйсән Нуриева, һәүәҫкәр артистар һәм коллективтар сығыш яһаясаҡ.
Беҙҙең китапханала композитор ижады иҫтәлегенә арналған мемориаль мөйөш ойошторолған. Мөйөш нота дәфтәрҙәре, уның тураһында китаптар, төп экспозиция - С. Низаметдинов уйнаған фортепиано менән биҙәлгән. Шулай уҡ Интернет селтәрендә, китапхана сайтында виртуаль китап күргәҙмәһе эшләй.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.