Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә арнала...

Памяти Салавата Низаметдинова посвящается...
3 март Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Тәүбәгә килеү: Салауат Низаметдиновтың тормошо һәм ижад юлы" әҙәби-музыкаль кисәһе үтәсәк. Сара композиторҙың тыуыуына 65 йыл тулыуға арнала. 

Салауат Әхмәҙи улы бөйөк һуҡыр композитор, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге "Филантроп" халыҡ-ара конкурсы, Д. Шостакович исемендәге Рәсәй композиторҙар союзы премиялары лауреаты. Был көндө уның дуҫтары, тол ҡатыны, уның ижадын дауам итеүселәр йыйыласаҡ. 
Әҙәби-музыкаль кисәлә Салауат Низаметдиновтың төрлө йылдарҙа яҙылған музыкаль әҫәрҙәре, уның иҫтәлегенә арналған рус һәм башҡорт телендә шиғырҙар яңғыраясаҡ. Уларҙы Башҡортостан республикаһының халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина, "Алтын юлбарыҫ" халыҡ-ара премия лауреаты Ленар Бикмырҙин, күп конкурстар лауреаты Светлана Мусина, шулай уҡ, һәүәҫкәр артистар һәм коллективтар башҡарасаҡ. 
Сара үтәсәк: Өфө, Киров урамы, 47. "Витамин заводы" туҡталышы. 
Башлана: 14:00 сәғәттә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.