Рус классиктарынан 5 ҡайнатма рецепты.

Пять рецептов варенья от русских классиков
Ҡайнатма - рус өҫтәлендә иң боронғо тәмлекәс. Хужабикәләр емеш-еләк кенә түгел, ә сәскәләрҙән дә ҡайнатма яһағандар. Беҙ һеҙгә рус яҙыусылары йортонда яһалған биш төр ҡайнатма рецепты тәҡдим итәбеҙ.
Александр Пушкин өсөн крыжовник ҡайнатмаһы.
Был Пушкиндың ин яратҡан аҙыҡтарының береһе булған. 
Крыжовник емештәре ҡәтғи рәүештә 10 июлдән 15 июлгә тиклем йыйылырға тейеш булған. Ә уны ҡайнатыу бер-нисә көнгә һуҙыла. Арина  Родион ҡыҙы ҡайнатҡан рецепты пушкинист Семен Гейченко "Лукоморье янында" китабында яҙа:
Төштәренән таҙартылған, сайылған йәшел емеш көршәккә һалына. Уға сейә, ҡуҙғалаҡ, шпинат япраҡтары ҡушыла. Эсенә һыу тултырыла һәм ҡапҡасын ябып эҫе мейескә ҡуйыла. Икенсе көн крыжовникты алып, боҙло һыуға һалына һәм тағы бер ҡат ҡайнатыла. Был этап 3-4 тапҡыр ҡабатлана. Аҙаҡ емеште алып, киптереп,бизмәндә үлсәйҙәр. Һәр фунт емешкә ике фунт шәкәр, бер стакан һыу өҫтәйҙәр. Тағы ла ҡайнатып, күпереген һөҙөп алғас ҡына банкаларға тултырып ябалар.
Варвара Тургенева рецепты буйынса ялан еләгенән ҡайнатма.
Иван Тургеневтың әсәһенең Спасское-Лутвиново атамалы ҙур имениеһы була. Унда хатта ананас, виноград, абрикос кеүек экзотик емеш-еләктәр ҙә үҫә. Тургенев бала саҡта крыжовник ҡайнатмаһын ныҡ ярата. Бының турала ул "Атайҙар һәм балалар" романында ла яҙа. Әммә ҙурайғас уға ялан еләгенән ҡайнатма оҡшай башлай. Бына уның әсәһе әҙерләгән рецепт:
Был ҡайнатма рауза һыуында ҡайнатыла. Бындай һыуҙы эшләү өсөн рауза сәскәһенең таждарын иртә таңда йыялар. Аҙаҡ талғын утта ҡайнаталар. Бер фунт шәкәрҙе ҡайнаған һыуға һәм рауза һыуына һалып сироп яһайҙар. Ҡайнап сыҡҡас бер фунт еләк өҫтәйҙәр. 
Ә бына Толстойҙар ғаиләһендә сәйгә бер-нисә төр ҡайнатма ултыртыу тәртибе булған. Яҙыусының ҡатыны Софья Толстая уны үҙе ҡайнатыр булған. Шуларҙың иң яратҡаны был ғаиләлә померанц ҡайнатмаһы булған.
1 фунт померанцҡа 2 фунт шәкәр өҫтәлә. Һәр фунт шәкәргә өс балғалаҡ һыу. Померанцтарҙың тышын әрсеп, оҙонсалай итеп телергә, төштәренән таҙаларға. Ике лимондан һутын һығып алырға, ә тышын һыҙырып алып, өлөштәргә телергә. Тәүҙә шәкәр һалырға, һыу ҡойорға, тышын һалырға ла ҡайнатырға. Һуңынан померанцтарҙы һалырға.
Антон Чехов өсөн алма һәм дәрсендән ҡайнатма.
Антон Чеховтың әсәһе ҡайнатманы аш бүлмәһендә түгел, ә саф һауала ҡайнатыр булған. Шуларҙың береһе алма һәм дәрсендән ҡайнатма.
Татлы алмаларҙы тышынан таҙарталар, урталай бүлеп, емешен алалар. Шунда уҡ алмаларҙы һалҡын һыуға ташлайҙар. Дәрсен менән айырым һыу ҡайнаталар, һуңынан уға алма төшөрәләр ҙә, тағы ла ике тапҡыр ҡайнаталар. Аҙаҡ алмаларҙы һөҙөп алып, шәкәр өҫтәп сироп ҡайнаталар. 
Александр Блок өсөн сливанан ҡайнатма.
Александр Блок бала саҡтан һәр йәйҙе өләсәһе Елизавета Бекетованың усадьбаһы Шахматта үткәрә. Өләсәһе һәр саҡ ҡайнатма әҙерләр булған. Бына бер рецепт:
Бешкән сливаны ҡайнар һыуға ташлайҙар. Тышы ярылғас, сливаны алып һыуыҡ һыуҙа саялар. Ике стакан сливаға ике стакан шәкәр, өс стакан һыу ҡойоп ҡайнаталар. Азаҡ, ҡайнатманы банкаға тултырғас, өҫтөнә ром һеңдерелгән түңәрәк ҡағыҙ һалалар. Бындай ҡағыҙҙы махсус рәүештә Петербургтан алыр булғандар. Ул ҡайнатмаға үҙенсәлекле хуш еҫ бирә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.