Республика тифлосессияһы үтте. 

Прошла республиканская тифлосессия.
28 февраль М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында тифлосессия үтте. 
Докладтар менән директор урынбаҫары И. Н. Күсәрбаева, ИМБ мөдире И. М. Борисевич, тифлобаҫма бүлеге мөхәррире Ф. И. Бәҙретдинов сығыш яһаны. 

Шулай уҡ, коллегалар ҙа сығыш яһаны. Хәйбулла районы ҮКС-ы Ишназарова Р.Р. "Сикһеҙ китапхана" докладында ҡатын-ҡыҙҙар клубы эше тураһында һөйләне. 
Ҡатнашыусылар "Комментарийҙарһыҙ" ҡыҫҡа метражлы фильм миҫалында тифлокомментарийлаштырыу менән дә танышты. 
Бөтә тыңлаусылар ҙа электрон сертификаттар алды. Ҡатнашыусылар һаны - 517 кеше.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.