Республика конкурсы һөҙөмтәләре

Итоги Республиканского конкурса
4 декабрь һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында республика конкурсының бүләкләү тантанаһы үтте.
Сараны китапхана директоры Айгөл Әминева асты. Шулай уҡ, тантанаға Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, эш, ғаилә һәм халыҡты яҡлау министры Ленара Иванова, Яҙыусылар Союзы председателе Зәки Әлибаев, “Рәсәй балалар фонды” Дөйөм Рәсәй шәфҡәтлелек фондының Башҡортостан бүлеге председателе Нина Федянина һ.б. килде.
“Экологик һандыҡ” номинацияһында призлы урындарҙы Эдуард Агапов (Бөрө районы), Илгизәр Әхмәтов (Баймаҡ районы),Элла Абдуллина (Кушнаренко районы) алды. Уларҙы Рәнис Алтынбаев бүләкләне.
Ленара Хәким ҡыҙы икенсе номинация – “Мөғжизәгә ҡағыл” – еңеүселәрен тәбрикләне. Улар: Максим Столбов (Туймазы районы), Филиә Ғәзизуллина (Шаран районы), Марат Мөхәмәтшин, Алексей Хөсәйенов, Маргарита Егорова, Владислав Васельцов, Алена Никлагина, Лиана Элтязарова (Өфө ҡалаһы).
“Минең яратҡан әкиәтем” номинацияһында еңеүселәр – Арман Биктемеров (Өфө ҡалаһы), Айгизә Шәрипова (Учалы районы), Артемий Мухачев (Мәләүез районы) Нина Федянина ҡулынан бүләктәр алдылар.
“Тамыр” телеканалы редакторы Резеда Миндиярова, сағыу эше өсөн, Кәримов Илназды махсус приз менән бүләкләне.
Махсус китапхана 2018 йылда, инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр араһында, “Бергәләп талантлы” республика ижад конкурсын иғлан итә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.