Реализован грант Президента РФ.

Реализован грант Президента РФ.

Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында "Асыҡ китап" интерактив медиаүҙәкте булдырыу проектының презентацияһы уҙҙы. Проект Рәсәй Федерацияһы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылды.

"Асыҡ китап" интерактив медиаүҙәге электрон почта, QR код, сайт аша махсус китапхана ҡулланыусыларына китап менән интерактив рәүештә танышырға, ысынбарлыҡта булған төп геройҙар менән бәйләнешкә инергә ярҙам итә. 
Мультимедиа ҡулланыусыға виртуаль ысынбарлыҡты тыуҙырыуҙа иҫ киткес мөмкинлектәр бирә,  донъя менән интерактив рәүештә аралаштыра. Ҡулланыусы унда барған ваҡиғаларҙа ла әүҙем ҡатнаша ала. Теләүселәр мәғлүмәтте аудиогид ярҙамында тыңлай. 
2021 йылда медиаүҙәктә, һуҡыр ҡулланыусылар өсөн яраҡлаштырылған форматта, юбиляр яҙыусылар тураһында мәғлүмәт йыйылды: аудиокитаптар, тифлокомментарийлы документаль һәм нәфис фильмдар, башҡа сайттарға һәм социаль селтәрҙәр төркөмдәренә һылтанмалар. 
2021 йылғы юбиляр яҙыусылар: Н. Мусин, М. Булгаков, С. Аксаков. Был яҙыусыларҙың юбилейҙарына медиаүҙәкте тултырыу өсөн мәғлүмәт әҙерләнде. Материалдар күп форматлы альбомдарҙа башҡарылған ҡабарынҡы график һүрәттәр менән арт-объекттар менән тулыландырылды.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.