Рауил Бикбаевтың “Ерем балҡыуы” китап күргәҙмәһе

"Сияние земли моей" книжная выставка произведений Раиля Бикбаева
Махсус китапханала “Мәҙәни мозаика” циклы рамкаһында, башҡорт халыҡ яҙыусыһы Рауил Бикбаевтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, китап күргәҙмәһенең презентацияһы үтте.
Рауил Төхвәт улы 1938 йылда Ырымбур өлкәһе Үрге Ҡунаҡбай ауылында донъяға килгән. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Студент йылдарында уҡ ижад менән мауыға. 1962 йылда “Ағиҙел” журналында “Вокзал” тип аталған тәүге поэмаһы баҫыла. Замандың ҡыҙыу мәсьәләләрен “Баҙар балтаһы”, “Халҡыма хат”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ” поэмалары аса.
Ҡайһы бер әҫәрҙәре немец, төрөк, украин, ҡаҙаҡ, яҡут һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Күргәҙмәлә әҙиптең төрлө йылдарҙа баҫтырылған китаптары тәҡдим ителә.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.