Президент гранты буйынса эш.

Работа по Гранту Президента Российской Федерации
БАССР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры Ноғман Мусинға быйыл 90 йәш тулды. 

Ошо юбилейлы дата айҡанлы махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре "Яҙыусының рухи һуҡмағы" әҙәби кисәһен үткәрҙе. 
Китапханасылар ҡыҫҡаса биография менән таныштырҙы. Ноғман Мусин тәүгеләрҙән булып экологик мәсьәләләрҙе күтәрә башлай һәм ошо эшенә ул ғүмере буйына тоғро ҡала. 
Ноғман Мусинды башҡорт урманы йырсыһы тиҙәр. Уның күп кенә әҫәрҙәрендә кеше һәм тәбиғәттең үҙ-ара мөнәсәбәте асыла. 
Шулай уҡ, ҡунаҡтар Ноғман Мусиндың ҡайһы бер әҫәрҙәрен тыңланы. Ҡунаҡтар иғтибарына "Ғорурлыҡ", "Кеше йылмая", "Ғүмер мәле", "Һинең мөхәббәт", "Тауҙар һулышы", "Шайтан ҡуласаһы", "Ике ир һәм бер ҡатын",  "Йыртҡыс тиреһе" повестары, "Нөгөштөң бөҙрә ярҙары", "Сәҙри һәм Нурсилә" хикәйәләре, "Мәңгелек урман", "Зәңгәртауҙа аҡ болан", "Таң менән юлға сыҡ", "Һуңғы солоҡ" романдары тәҡдим ителде. 
Сара Рәсәй Федерацияһы президенты гранты сиктәрендә үткәрелде. 
Видеотрансляция https://ok.ru/live/3449114074966

 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.