Онлайн-церемония награждения победителей Республиканского конкурса

2021 йылдың 15 ноябрендә Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында ZOOM платформаһы һәм YouTube видеохостингыһы аша "Ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың яратҡан китаптары" республика ижад конкурсының еңеүселәрен тантаналы рәүештә белдереү сараһы үтәсәк. Конкурс мөмкинлектәре сикле балаларҙа китап уҡыуға һөйөү хисен уятыу маҡсатынан сығып үткәрелде.

Конкурстың учредителе: Башҡортостан республика мәҙәниәт министрлығы. Конкурстың ойоштороусылары: М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы, муниципаль китапханалар, инвалид балалар һәм уларҙың ғаиләләре менән эшләгән ижади берекмәләр, йәмғиәт ойошмалары. 
Конкурс киләһе номинацияларҙа үтте: 
1. "Яҡшы китаптар - мәңге дуҫтар" номинацияһы: донъяға ҡарашты, фекер йөрөтөүҙе формалаштырыуға йоғонто яһаған китаптар тураһында инша, эссе, хикәйә (шиғырҙа йәки прозала). 
2. "Алтын китап кәштәһе: балалар һайлай" номинацияһы: мультимедиялы продукт: балалар әҙәбиәтенең алтын фондын тәшкил иткән китаптар тураһында видеороликтар, конкурс темаһы буйынса төрлө форматтарҙағы презентациялар. 
3. "Мөғжизәләр илендә" номинацияһы: конкурс темаһы буйынса яратҡан балалар китабын ҡулланып башҡарылған тактиль китаптар. 
Конкурста мөмкинлектәре сикләнгән 100 ашыу бала ҡатнашты. Йәш категорияһы 7-нән алып 18-гә тиклем. Уларҙың ижад емештәре булып 21 тактиль китап, 29 инша һәм 39 мультимедиялы эш тора. Былар барыһы ла жюри алдында теҙелде. 
Тантананың башланыу ваҡыты: 11.00.
Онлайн үткәрелеү урыны: YouTube   https://youtu.be/wR6YjiHLbLQ

 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.