Өфө библиоэңерҙәре – 2019

Уфимские библиосумерки 2019
“Библиотөн 2019” Бөтә Рәсәй акцияһы рамкаһында махсус китапханала “Өфө библиоэңерҙәре 2019” үтәсәк. Быйылғы йылдың темаһы “Бар донъя театр” тип атала.
Акцияның ойоштороусылары – Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы һәм “Мәҙәниәт. РФ” Рәсәй йолалары һәм мәҙәни мираҫ порталы.
Махсус китапханала ҡунаҡтар өсөн төрлө майҙандар эшләйәсәк.
Акция барышында ҡунаҡтар билдәле театр һәм кино актерҙары, республиканың яҙыусылары һәм шағирҙары менән осрашасаҡ. Беҙҙең даими партнерҙарыбыҙҙың – Башҡортостан Республикаһының Милли музейы, Хәрби дан музейы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ – экспозициялары театр тарихы менән таныштырасаҡ.
Өфө һөнәрселек һәм сервис колледжы студенттары “Мода театры” костюмдарын кейеп дефиле күрһәтәсәк.
“Театр ложаһы: шаршауҙың ике яғында ла” майҙанында ҡунаҡтарҙы, юбиляр шағирҙарҙың әҫәре буйынса, ҡыҙыҡлы шиғри дуэль көтә. Аҙаҡ  ул театрҙың үткәненән алып бөгөнгөһөнә тиклемге тарихына бәйле викторина менән дауам итәсәк.
“Алиса театр илендә” майҙаны тамашасыларына Льюис Кэрроллдың “Алиса мөғжизәләр илендә” әкиәте буйынса ҡабарынҡы график иллюстрациялар, әҫәр буйынса квиз, хештег буйынса конкурстар әҙерләй. Бының өсөн айырым фотозонала фотоға төшөп, Интернет селтәренә һалыу мотлаҡ. #БРСБСБиблиосумерки2019
“Театр этюды” конкурсы театр әҫәрен иң яҡшы тауышландырыу буйынса үҙ еңеүсеһен эҙләйәсәк.
“Балаганчик”та ҡунаҡта тамашасылар Рәсәйҙә театрҙың барлыҡҡа килеү тарихы менән танышасаҡ.
Иң кескәй ҡунаҡтарыбыҙ өсөн башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры ойоштороласаҡ. Актерҙар – Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион интернат-мәктәп уҡыусылары. Бында, шулай уҡ, Өфө театрҙарының тактиль макеттары менән танышырға мөмкин буласаҡ.
Ижади бүлмәлә акцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, актер һәм музыкант Венер Камалов менән осрашыу көтә.
“Өфө библиоэңерҙәре” һәүәҫкәр артистарҙың концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү менән тамамланасаҡ.
Еңеүселәргә киләһе спонсорҙар бүләк әҙерләйәсәк: башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Башҡортостан республикаһы профсоюздар Федерацияһы, “Нур” Өфө дәүләт татар театры, Oriflame компанияһы.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.