”Надежда”- “Өмөт” журналының исем туйы

”Надежда”- “Өмөт” журналының исем туйы
Башҡортостандың  һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында 2015 йылдың 14 июлендә бер юлы ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандар өсөн сыҡҡан”Надежда”- “Өмөт”исемле журналдың беренсе һанының исем туйы үтте. Был тәүге һан ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарҙың үҙяҙмыштарында яулаған еңеүҙәре, ижади һәләттәре, Рәсәйҙә һәм сит өлкәләрҙә йәшәүселәрҙе реабилитациялау мөмкинселектәре хаҡында тауышландырылған вариантта нәшер ителде.
“Со-единение” фондының яҡынса иҫәбе буйынса Башҡортостанда ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған 80 кеше йәшәй. Бөтәрәсәй халыҡ иҫәбе алыу буйынса –барыһы ике меңләп кеше бар.
“Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел!”–шундайҡарар ҡабул иткәйнеләр ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарҙы  Рәсәйҙә аяҡҡа баҫтырыуға (реабилитациялауға) арналған халыҡ-ара семинар-форумда.
“Ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмаған бер генә кеше лә яңғыҙ үҙе ҡалырға тейеш түгел, һәр кемдең  уҡырға, үҙ-ара аралашырға, фекерҙәре менән уртаҡлашырға хаҡы бар, мөмкинселеге булырға тейеш,– тине презентацияла үҙенең сығышында махсус китапхана директоры Айгөл Рафаэль ҡыҙы һәм инвалидтарҙы социаль яҡтан яҡлау өлкәһендәге ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.
Тауышландырылған китаптың презентациялау  аҙағында “Со-единение” фонды тарафынан ишетмәгән дә, күреү һәләте лә булмағандарға  кейемдәр тапшырылды.
 
 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.