Международная конференция завершила свою работу

Международная конференция завершила свою работу

2020 йылдың 6 октябрендә Өфөлә онлайн режимда "Һуҡырҙар өсөн китапхана Рәсәй халыҡтарының үҙ-ара мәҙәни эшмәкәрлек структураһында" Халыҡ-ара ғилми-практик конференция үтте. Конференция Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министрлығы, һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапхана тарафынан ойошторолдо. 

Конференцияла ҡатнашыусыларҙы иң тәү булып Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев сәләмләне. Үҙенең мөрәжәғәтендә ул толерантлыҡ үҙәге булып торған махсус китапханаларҙың ролен һыҙыҡ өҫтөнә алды. 
Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы директоры Елена Захарова конференцияла  илебеҙҙең күп милләтлелек аспектында ҡуйылған һорауҙың ҡаралыуы актуаль булыуына баҫым яһаны.
"Мөмкинлектәре сиклеләрҙең мәҙәниәтен формалашатырыуҙа махсус китапханаларҙың урыны" доклады менән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ деканы урынбаҫары Римма Ғилмийәнова сығыш яһаны. 
Ҡатнашыусыларҙың хеҙмәт тәжрибәһе менән М.Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы директоры Айгөл Әминева таныштырҙы. Үҙенең докладында ул формалашатырыуҙың практик үҙенсәлектәре, китапхана фондын консервациялау, бының өсөн традицион һәм инновацион китапхана технологиялары ҡулланылыуы тураһында һөйләне. 
Бөтә донъя интеллектуаль шәхси милек ойошмаһы  вәкиле Парвиз Эмомов (Женева, Швейцария) Марракеш положениеһы сиктәрендә эшмәкәрлектең практик аспекттары тураһында сығыш яһаны.
Новосибирск өлкә махсус китапхана директоры Юрий Лесневский сығышында күп милләтле территорияла китапхана хеҙмәтләндереүҙәрендә махсус китапханаларҙың эш тәжрибәһен бер суммаға һалды.
Актуаль һорауҙар буйынса Рәсәй төбәктәрендә (Мәскәү, Ҡазан, Калуга, Ҡуҙбасс, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Новосибирск, Өфө, Силәбе, Яҡут) һәм яҡын сит илдә (Ҡаҙағстан) инвалидтар менән эш алып барған дөйөм хеҙмәтләндереү һәм махсус китапхана хеҙмәткәрҙәре әйтеп үтте, тәжрибә менән уртаҡлашты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.