Ҡыйғыла тифлосессия

24 апрель район мәҙәниәт йортонда базаһында “Һаулығы сикле кешеләрҙе хеҙмәтләндереүҙә муниципаль китапханаларҙың роле” тифлосессияһы үтте. Тифлосессияны РБ Мәҙәниәт министрлығы һәм һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Сәләмләү һүҙе менән Ҡыйғы районы мәҙәниәт администрацияһы башлығы Илдар Шәрәфетдинов тифлосессияны асып ебәрҙе. Балалар модель китапханаһы етәксеһе Альбина Шәмсетдинова “Тормош йәйғоро” социаль проектта туплаған тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Директор урынбаҫары Күсәрбаева Ирина “Инвалидтар хоҡуғы тураһында ООН Конвенцияһы буйынса мөмкинлектәре сикле граждандарҙың мәғлүмәт алыу хоҡуғы” доклады менән сығыш яһаны. Инновацион-методик бүлек мөдире Ирина Борисевич “Һуҡырҙар һәм насар күреүселәр өсөн мәғлүмәт алыу өсөн адаптив һәм виртуаль ысулдар” доклады менән сығыш яһаны. Ялды ойоштороу бүлегенең төп китапханасыһы Татьяна Резяпкина ҡулдан башҡарылған тактиль китаптарҙың һәм әсбаптарҙың ҡулланыу перспективалары менән таныштырҙы. Тифлосессияла ҡатнашыусылар “Бер нимәгә лә ҡарамаҫтан” тифлокомментарийлы фильмын ҡаранылар. Тифлосессия түңәрәк өҫтәл менән тамамланды.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.