Ҡысҡырып уҡыуҙар үтте.

Прошли громкие читки
3 февраль һуҡырҙар өсөн махсус китапханала “Республика шағирҙарының әҫәрҙәрендә Башҡортостан” саралар циклы рамкаһында ҡысҡырып уҡыуҙар үтте.
Китап уҡыусылар бала саҡтан яҡын, яратҡан шиғырҙарын, шағирҙарын иҫкә төшөрҙөләр. Осрашыуҙа Шәйехзада Бабичтың,Рауил Бикбаевтың, Рәшит Ниғмәтиҙең, Мостай Кәримдең, Сәғит Агиштың, Зәйнәб Биишеваның, Рәми Ғарипов һ.б. шиғырҙары яңғыраны.
Бынан тыш, Хәрби дан көнөнә бағышлап, китапханасылар Скайп программаһы аша ҡысҡырып уҡыуҙар ойошторҙо. Китап уҡыусылар совет хәрбиҙәренең ҡаһарманлығы, Сталинград алышының ваҡиғалары тураһында белделәр.
Ғөмүмән, Хәрби дан көнөндә Сталинград алышы бөтә Рәсәйҙә хәтергә алына. Тантаналы саралар, хәтер кисәләре ойошторола.
Сара барышында китап уҡыусылар, Сталинград алышын тасуир иткән китаптар менән таныштылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.