"Күңелемдә - театр" китап күргәҙмәһе.

Книжная выставка «Души моей святыня – театр».
Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында Башҡортостан республика халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Күңелемдә - театр" китап күргәҙмәһе ойошторҙо. 

Нәжип Асанбаев 1921 йылдың ноябрь айында хәҙерге Баҡалы районы Әхмән ауылында тыуған. 1939 йылда БДПУ-ға уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, артиллерия батареяһын етәкләй. 
Һуғыштан һуң, М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға инә. 40-50 йй. "Ҡыҙыл таң" гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1963-1965 йй. - Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры. 
Әҙәби ижад менән Нәжип Асанбаев мәктәп йылдарында уҡ шөғөлләнә башлай. Район гәзитендә һәм республика балалар баҫмаһында хикәйәләрен һәм бер актлы пьесаларын баҫтыра. Бөгөнгө көндә Асанбаевтың әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең һәм театрының алтын фондына индерелгән. Шулар иҫәбендә билдәле театр әҫәрҙәре : "Рәйсә", "Фәйзи", "Ҡыйыу кешеләр", "Никах", "Алтын бишек", "Күктән төшкән бәхет", "Зәйтүнгөл", "Аҡ сирень", "Кәләшле йорт", "Ғашиҡ ҡыҙ", "Яралы яҙмыш" һәм башҡалар. 
Яҙыусының ижадында үҙенсәлекле урынды "Ҡыҙыл паша" пьесаһы алып тора. Әҫәр совет дипломаты, беҙҙең билдәле яҡташыбыҙ Кәрим Хәкимовтың яҙмышы тураһында. 
Нәжип Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында яҡты донъя менән хушлаша. 
Күргәҙмәлә китапхана фондында һаҡланған китаптар тәҡдим ителә:

«Говорящие» книги на флешкартах:

Асанбаев, Н. Молодость и старость [Электронный ресурс]: спектакль: на тат. яз. / Н. Асанбаев. — 1 фк. // Гаитбаев, Н. Любви все возрасты покорны [Электронный ресурс]: спектакль: на тат. яз. / Н. Гаитбаев. — Уфа: БРСБС, 2014. — (1 ч 29 м 01 с). — (16+).

Плоско-печатные издания:

Нажиб Асанбаев (1921-2013) // Писатели земли башкирской [Текст]: справочник. — Уфа: Китап, 2006. — С. 44-45

Асанбаев, Нәжиб. Әҫәрҙәр. Биш томда. 1 том [Текст]: Драмалар. Комедиялар / Н. Асанбаев. — Өфө: Китап, 2005. — 592 бит. 

Асанбаев, Нәжиб. Әҫәрҙәр. Биш томда. 2 том [Текст]: Драмалар. Комедиялар: Пьесалар / Н. Асанбаев. — Өфө: Китап, 2005. — 650 бит. 

Асанбаев, Н. В стране Хызыр Ильяса [Текст]: эссе, творч. портреты, очерки / Н. Асанбаев. — Уфа: Китап, 2001. — 559 с.

Асанбаев, Нәжиб. Зәйтүнгөл [Текст]: драмалар һәм комедиялар / Н. Асанбаев. — Өфө: Баш. кн. изд-во, 1981. — 480 бит. 

Асанбаев, Нәжиб. Пьесалар [Текст] / Н. Асанбаев. — Өфө: Баш. кн. изд-во, 1965. — 246 бит. 

 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.