Ҡулланыусыларыбыҙ өсөн "Ҡышҡы кәйеф".

«Зимнее настроение» для наших пользователей.
М. Х. Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының Стәрлетамаҡ филиалында "Ҡышҡы кәйеф" ҡарау өҫтәле әҙерләнде. Бында ҡыш темаһына арналған махсус форматтарҙағы китаптар тәҡдим ителә.

Ҡыш - тылсымлы мәл һәм мөғжизәләр көтөү миҙгеле. Китап уҡыусылар геройҙар менән бергә әкиәт батшалығына йүнәләсәк, раштыуа тарихына сумасаҡ, ҡышҡы мажараларға тарыясаҡ. Шиғриәт яратыусылар ҡыш тураһында рус, совет, сит ил һәм башҡорт авторҙарының шиғырҙарын тыңлай ала. Ҡарау өҫтәлендә китапхана фондында һаҡланған фильмдар ҙа тәҡдим ителә: "Мамы-3", "Джентельмены удачи", йәнһүрәттәр: "Холодное сердце", "Приключения пингвинёнка Лоло", "Маша и медведь". 
Аудиовизуал формалар аша беҙҙең уҡыусыларыбыҙ онотолмаҫ тәҫьораттарға сума ала.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.