“Ҡулға-ҡул тотоношайыҡ, дуҫтар!” музыкаль-әҙәби сәғәт

Литературно-музыкальный час "Возьмемся за руки друзья"
Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан Республика махсус китапханаһында билдәле шағир, фронтовик Булат Окуджаваның тормошона һәм ижадына бағышланған музыкаль-әҙәби сәғәт үтте. Булат Окуджава үткән быуаттың 60-сы йылдарында киң билдәле булған йырҙарға нигеҙ һалыусы. 200-гә яҡын эстрада йырҙары авторы. Сара барышында ҡунаҡтар шағирҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштылар, билдәле йырҙарын тыңланылар. Булат Окуджава исемен астероид, музейҙар, мәктәптәр, мәҙәни үҙәктәр, фестивалдәр, дәүләт премияһы, “Аэрофлот” авиакомпанияһының лайнеры йөрөтә. Махсус китапхана фондында ла уның төрлө йылдарҙа ижад иткән әҫәрҙәре төрлө форматтарҙа бар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.