"Кәмһетелгәндәр" спектакленә тифлокомментарийҙар яҙылды.

Өфө Алишер Усмановтың "Сәнғәт, ғилем һәм спорт" шәфҡәтлелек фондының "Үҙенсәлекле ҡараш" программаһын уңышлы рәүештә тормошҡа ашырған 27 төбәктең береһенә инде.
Фондтың грантлы ярҙамы менән китапханала тифлокомментарийҙар яҙҙырыу өсөн ҡоролмалар бар.
30 октябрь махсус китапхананың тифлокомментаторы М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, "Кәмһетелгәндәр" спектакленә тере тифлокомментарий алып барасаҡ. Профессиональ тифлокомментатор реплика араһындағы паузала сәхнәләге хәрәкәтте, декорацияларҙы, артистарҙың костюмдарын, уларҙың кәйефтәрен, хәрәкәттерен тасуирлаясаҡ.
Был социаль хеҙмәтләндереү төбәктәрҙә көндән-көн үҫешә бара. 2019 йылдың аҙағына махсус китапханала "Башҡортостан" киностудияһы менән ике яҡлы килешеү рамкаһында "Тәүге республика", "Өфөнән һөйөү менән", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" фильмдарына тифлокомментарийҙар яһаласаҡ.
Техник мөмкинлектәр сәбәпле, һуҡырҙар өсөн урындар һаны һәм билеттар сикле. Инеү өсөн махсус китапханала алдан яҙылырға кәрәк.
Зәйнәб Биишева әҫәре буйынса ҡуйылған "Кәмһетелгәндәр" спектакле - кескәй кешенең, революция алды йылдарында булған ауыр замандарҙа үҫеүе, формалашыуы тураһындағы драма. Бәләкәй Емешкә үгәй әсә йортонда еңелдән тура килмәй. Тормош ҡуйған ауыр һынауҙарға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡай яҡты, нескә күңелле бала булып ҡала. Әҫәрҙә, шулай уҡ, башҡорт ауылының тормошо, мөхәббәт драмалары, социаль тетрәнеүҙәр һүрәтләнә. Әйтерһең, был ваҡыт йәшәү өсөн түгел, ә тере ҡалыуҙы өҫкә ҡуйған мәл. Тик Емеш тормошто башҡаса тоя.
Спектакль бик нескә итеп бирелә. Фольклор мотивтарға бай. Ҡуйыусы режиссеры Мөсәлим Ҡулбаев.
Спектакль бер антрактта. Йәш категорияһы: 12+
Использованы фото с сайта Национального молодежного театра им. М.Карима.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.