"Китап менән көтөп алынған осрашыуҙар" тауыштан уҡыуҙар

Громкая читка «Радостные встречи с книгой».
2 ноябрь Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында тауыштан уҡыуҙар үтте. Был көндө ҡулланыусылар түҙемһеҙлек менән көтөп ала. 
Китапханасылар башҡорт прозаигы, шағир Мөнир Ҡунафиндың "Соҡор" хикәйәһен уҡыны. 
Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин - башҡорт прозаигы һәм шағир. 1971 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. 
Журналист, "Шоңҡар" йәштәр журналының төп мөхәррире булып эшләй. Әлеге ваҡытта "Ағиҙел" журналының төп редакторы. 
Башҡортостан республика Яҙыусылар союзы һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы. Атҡаҙанған РБ мәҙәниәт эшмәкәре, В. М. Шукшин исемендәге "Яҡты күңелдәр" ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсы лауреаты.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.