“Кино төнө” 2019

Ночь кино 2019
Август айында Рәсәйҙә дүртенсе йыл рәттән барған “Кино төнө” акцияһы утә. Асыҡ кинотеатрҙар, концерт залдары, музей һәм китапханалар ҡунаҡтарға лекциялар һәм экскурсиялар, мастер кластар һәм актерҙар менән осрашыу, концерттар һәм билдәле фильмдар әҙерләй. “Кино төнө”акцияһын ойоштороусылар - Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы, кино фонды, мәҙәни мираҫ һәм Рәсәй традициялары “Культура.РФ” порталы.
23 августа ҡунаҡтарға Һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһында “Алдар һәм һоро бүре” исемле тифлокомментарийлы мультипликацион фильм күрһәтеләсәк. Рим Шәрәфутдиновтың 2013 йылда “Башҡортостан” киностудияһында барлыҡҡа килгән мультфильмына тифлокомментарийҙар һуҡырҙар өсөн махсус китапхананың тауыш яҙҙырыу студияһында яҙылды.
Рим Шәрәфутдинов – “Аниматор” номинацияһының “Икар” милли Рәсәй премияһы лауреаты, Рәсәй кинематографистар союзы члены, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй федерацияһының почетлы кинематографисы. Анимациялы кино өлкәһендә 30 йыл тирәһе эшләй. Ошо ваҡыт арауығында ул төшөргән һәм төшөрөүҙә ҡатнашҡан фильмдар һаны ике тиҫтәгә яҡынайған. Төрлө Рәсәй һәм халыҡ–ара кинофестивалдәрҙә Рим Шәрәфутдиновтың эштәре күп һанлы бүләктәр һәм дипломдар менән билдәләнгән.
Мультфильмдың сюжеты: бәләкәй генә татар ауылында Алдар исемле ябай һәм килбәтһеҙ генә бер ир йәшәгән. Иргә тыныс йәшәргә көн бирмәгән бик уҫал һәм мәңге ҡәнәғәтһеҙ ҡатыны булған.
Алдарҙың ҡатынынан биргеләнмәгән бер генә көнө лә булмаған. Шулай итеп, ғәҙәттәге бер әрләнеүҙән һуң түҙмәйенсә урманға ҡасҡанында ул ҙур һәм ас бүрене осрата. Ғәжәп, бүре бик әҙәпле булып сыға һәм иргә бер һелтәүҙән ике мәсьәләне лә хәл итергә тәҡдим итә. Бүре туҡ ,ә Алдар мәңге эҙәрләгән һәм кәмһеткән тынысһыҙ ҡатынынан ҡотолған. Тик был уларҙың беренсе уртаҡ мажаралары ғына, ә тағы ла алда ғәҙәти булмаған һунарсыларҙан ҡасыу, тылсымсы менән осрашыу һәм күрше әкиәттәргә сәйәхәт көтә.
Барлыҡ фильм ҡарарға теләүселәрҙе 23 август 15 сәғәттә Өфө ҡалаһы Киров урамы, 47-се йортта көтөп ҡалабыҙ!
Барлыҡ төр транспорттар менән “Витамин заводы” туҡталышына тиклем.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.