Ҡабарынҡы график әсбап донъя күрҙе

Издано рельефно-графическое пособие.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ҡарата махсус китапханала "Бөйөк Ватан һуғышы бүләктәре" ҡабарынҡы график әсбап баҫтырылды.
Әсбаптың маҡсаты - патриотик рух тәрбиәләү, туған тарихҡа һөйөү һәм хөрмәт хистәрен үҫтереү, халыҡты ауыр һуғыш йылдарын онотмасҡа саҡырыу. Әсбап "Башҡортостан тарихы" дәрестәрендә өҫтәлмә әҙәбиәт булараҡ ҡулланылырға мөмкин.


Тарихҡа әйләнеп ҡайтһаҡ, Рәсәй һәр ваҡыт баҫҡынсылар менән алышта. Шуға күрә, әлбиттә, ата-бабаларыбыҙ күрһәткән батырлыҡтар мәңге хәтерҙә йәшәргә тейеш. Батырлыҡтары һәм бүләктәре, орден-миҙалдары һ.б.
Иң яңы Рәсәй тарихында һуңғы награда - ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына билдәләнгән миҙал.
Әсбапта Тыуған илгә тоғролоҡ, батырлыҡ орденын тасуирлау тәҡдим ителә. Улар араһында Александр Невский, Богдан Хмельницкий, Ҡыҙыл йондоҙ, Кутузов, Нахимов, Суворов, Ушаков, Ленин, Ватан һуғышы, Еңеү ордендары ла бар.
Әсбап насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт, ә һуҡырҙар өсөн Брайль шрифты менән бирелгән. Ҡабарынҡы график рәсемдәр менән биҙәлгән.
Техник эшкәртеүҙәрҙән һуң, әсбап махсус китапхана фондына һәм филиалдарға тапшырыласаҡ

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.