Ишетеү һәм күреү һәләтенән яҙған уҡыусылар менән экскурсия

Инватуризм людей с одновременным нарушением слуха и зрения
Башҡортостаныбыҙ киң далалары, ҡуйы урмандары, тәрән йылға-күлдәре менән бай һәм гүзәл. Сентябрь башында беҙҙең китапхана хеҙмәткәрҙәре үҙенең уҡыусылары менән илебеҙҙең йәмле урындарында булып ҡайтты.
Сәйәхәт Изге Георгий ирҙәр монастырынан башланып китте. Ул республикабыҙҙың йәмле Благовещенск районында урынлашҡан. Уҡыусыларыбыҙҙы монастырҙың тарихы, көнкүреше, ҡағиҙәләре менән таныштырҙылар, шулай уҡ эксурсия ойошторҙолар.
Артабан туристар Нуриман районындағы Павлов гидроэлектростанцияһына юл тотто. Был матур урын күптәрҙең күңеленә хуш килде.
Сәйәхәттең һуңғы нөктәһе булып “Ҡыҙыл шишмә”һайланды. Был тәбиғәт һәйкәле ер аҫты буйлап 400 км-ға һуҙылған.
Экскурсия “Берләшеү” шәфҡәтлелек фондының финанс ярҙамы менән ойошторолдо.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.