Һуғыш менән яҙылған юлдар

Строки опаленные войной
Строки опаленные войной
Строки опаленные войной

Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған саралар циклы дауам итә. 15 май 28-се коррекцион мәктәп-интернаты һәм 317-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡатнашлығында йәш шиғыр уҡыусылар конкурсы үтте.

Сара барышында кескәй ҡунаҡтарыбыҙ һуғыш йылдарының бәғерһеҙлеге, ололарҙың ғына түгел, балаларҙың да һуғышҡа кереүе тураһында белде. Шулар араһында киң танылыу алғандары – Валя Котик, Зина Портнова, Леня Голиков, Марат Казей, Александр Чекалин һ.б. һәр береһенә Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән.

Сараның икенсе яртыһында шиғырҙар конкурсы үтте. Жюри ҡарары буйынса, балалар ике номинацияла бүләкләнде. Кескәй төркөм - 317-се балалар баҡсаһы, оло төркөм – 28-се мәктәп-интернаты. кескәй төркөмдә 1-се урын: Әхмәҙуллин Рөстәм, 2-се урын: Сәлимов Роман, 3-сө урын: Ишмөхәмәтова Алһыу. Оло төркөмдә 1-се урын: Әбсәләмова Әҙилә, 2-се урын: Әбдераимов Тимур, 3-сө урын: Әбсәләмова Әҙилә.

Махсус китапхананың Белорет филиалында музкаль кисә уҙғарылды. Һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны, шиғырҙар һөйләнеләр.

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.