Һайлауға хоҡуҡ

Право на выбор
Конкурс 2011 йылдан алып йыл һайын үткәрелә. Бөгөн дә Өфө ҡалаһының 28-се коррекцион мәктәп-интернатының оло класс уҡыусылары ҡатнаша. 
Сәләмләү һүҙе менән Үҙәк һайлау комиссияһы председателе Илона Макаренко сығыш яһаны. Ул был сараның йыл һайын уңышлы үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. 
18 йәштән өлкән ҡатнашыусылар араһында еңеүселәр апрелдә билдәле булғайны, был юлы конкурста 14 йәштән өлкән мәктәп балалары көс һынашты. Пандемия сәбәпле быйыл конкурс онлайн форматта үтте. 
Тәүге турҙа 30 ашыу кеше ҡатнашты. Улар интернет-викторина һорауҙарына яуап бирҙеләр. Икенсе турҙа 60 ашыу ҡатнашыусы булды. 
Конкурс һөҙөмтәләре: беренсе урын - Погорелова Кристина; икенсе урын - Гордиенко Елизавета; өсөнсө урын - Галанов Виктор, Дьяченко Ангелина, Карлова Надежда. 
Еңеүселәргә дипломдар һәм сувенирҙар тапшырылды, ҡалған ҡатнашыусылар иҫтәлекле бүләктәр аласаҡ.

Источник: сайт ЦИК РБ

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.