26 апрель йолаға әйләнгән конкурстың һөҙөмтәләре билдәләнде. Быйыл баш ҡалабыҙ йәшәүселәре генә түгел, шулай уҡ, филиалдарыбыҙҙан китап уҡыусылары һәм Учалы районының инвалидтар ойошмаһы ағзалары ла ҡатнашты.
Ижади ярыш ике этапта үтте: 10 апрелдән алып 25 апрелгә тиклем конкурстың виртуаль этабы, ә 26 апрель махсус китапхана стеналарында икенсе этап үтте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, 1-се урын Рөстәм Әбеҙғилдинға, 2-се урын Фәнүр Бәҙретдиновҡа, 3-сө урын Роберт Ғилманшинға эләкте. Еңеүселәргә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Сарала ҮҺК председатель урынбаҫары Марат Ғәҙелов, республиканың Центризбирком ағзаһы Иван Мосунов,ВОС ойошмаһы председателе Юрий Акшенцов, Олег Ротов һ.б. ҡатнашты.