Һайлау хоҡуғы буйынса конкурстың һөҙөмтәләре

26 апрель йолаға әйләнгән конкурстың һөҙөмтәләре билдәләнде. Быйыл баш ҡалабыҙ йәшәүселәре генә түгел, шулай уҡ, филиалдарыбыҙҙан китап уҡыусылары һәм Учалы районының инвалидтар ойошмаһы ағзалары ла ҡатнашты. Ижади ярыш ике этапта үтте: 10 апрелдән алып 25 апрелгә тиклем конкурстың виртуаль этабы, ә 26 апрель махсус китапхана стеналарында икенсе этап үтте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, 1-се урын Рөстәм Әбеҙғилдинға, 2-се урын Фәнүр Бәҙретдиновҡа, 3-сө урын Роберт Ғилманшинға эләкте. Еңеүселәргә диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сарала ҮҺК председатель урынбаҫары Марат Ғәҙелов, республиканың Центризбирком ағзаһы Иван Мосунов,ВОС ойошмаһы председателе Юрий Акшенцов, Олег Ротов һ.б. ҡатнашты.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.