Һайлау хоҡуғы буйынса конкурс

Конкурс по избирательному праву

Хоҡуҡ мәҙәниәтен үҫтереү һәм актив гражданлыҡ позицияларын формалаштырыу маҡсатынан сығып, республика Үҙәҡ һайлау комитеты махсус китапхана менән берлектә һайлау хоҡуғы һәм һайлау процессы буйынса конкурс үткәрә.

Конкурста күреү һәләтенән мәхрүм булған 14 йәштән олораҡ граждандар ҡатнаша ала.

Тәүге тур “Мин һайлау хоҡуғына эйә” интернет-викторинаһынан тора. Икенсе турға викторина һорауҙарына дөрөҫ яуап биргән ҡатнашыусылар үтә. Тик яуаптар, мотлаҡ рәүештә, 2018 йылдың 20 майына тиклем ебәрелергә тейеш.

Икенсе тур махсус китапхананың үҙендә 22 май уҙғарыласаҡ.

Викторинала ҡатнашыу өсөн киләһе ссылка буйынса теркәлеү мөһим: http://brsbs.ru/ru/voprosy-k-konkursu-po-izbiratelnomu-pravu-i-izbiratelnomu-processu-2018/28088

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.