Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө

Международный день дарения книги
14 февраль Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнөндә махсус китапхана Өфө ҡалаһының 28-се мәктәп-интернаты тәрбиәләнеүселәренә үҙ баҫмаларын бүләк итте. Рус, башҡорт һәм башҡа телдәрҙә Брайль шрифты менән дә, яҫы шрифт менән дә баҫтырылған китаптар булды. Бөтә китаптар ҙа тыуған яҡты өйрәнеү темаһына ҡағыла һәм махсус китапханала баҫтырылған.
Китап бүләк итеү акты китапхананың башҡа филиалдарында ла үтте. Стәрлетамаҡ филиалы бөтә йәш категория уҡыусыларына китап тапшырҙы.
Был акцияның маҡсаты бик ябай - балаға яҡшы китап бүләк итеү! Тап ошо көндө кешеләр үҙ теләге менән балаларға китап бүләк итә һәм башҡаларҙы ла был изге эшкә әйҙәй: кесе туғандарына, таныштарына бирәләр, балалар күп урындарҙа ҡалдыралар, китапханаларға, мәктәптәргә, балалар йорттарына, больницаларға тапшыралар. Бының турала социаль селтәрҙәрҙә, блогтарҙа, сайттарҙа һөйләйҙәр. 

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.