Халыҡ-ара ғаилә көнөндә

Символ праздника
Халыҡ-ара ғаилә көнө 15 май билдәләнә. Был көн йәмғиәт иғтибарын ғаилә мәсьәләләренә йүнәлтеү маҡсатынан сығып ҡуйылған. ООН фекере буйынса, бер ғаилә проблемаһы тотош илгә ҡағыла. Тап ошо көндө махсус китапхананың Бәләбәй филиалы хеҙмәткәрҙәре коррекцион мәктәптең 2 класс уҡыусыларына “Минең ғаиләм” квест-уйынын үткәрҙе. Балалар “Бер-беребеҙҙе беләбеҙме?”, “Бау”, “Йомаҡты сис” уйындарында көс һынаштылар, “Хыялымдағы йорт” темаһына һүрәт төшөрҙөләр.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.