"Ғүмерҙең сағыштырғыһыҙ рәссамы". Әҙәби кисә

Литературный вечер «Несравненный художник жизни»
 
14 ғинуар махсус китапханала Ш. Бабичтың тыуыуына 125 тулыу айҡанлы әҙәби кисә үткәрелде.
Ш. М. Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Дүртөйлө районы Әсән ауылы мулла ғаиләһендә тыуған. Тәүге белемен атаһында ала. 1910 йй. ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта. 1911-16 йй. Өфөләге "Ғәлиә" мәҙрәсәһендә уҡый.
1917 йылдың көҙөндә башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла. Үкенескә күрә, ҡанлы Граждандар һуғышының ҡорбанына әйләнә. 1919 йылдың 28 мартында типография күсереп алып барған мәлдә Йылайыр районында үлтерелә.
Китапханасылар ҡунаҡтарға шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында һөйләнеләр. Уҡыусылар уның башҡорт һәм рус телендә шиғырҙарын уҡынылар. "Бабич" фильмынан өҙөк ҡаранылар.

Поделиться

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.