Новости

02.02.2024

Муса Сиражиҙың күп яҡлы таланты 

Многогранный талант Мусы Сиражи
1 февралдә билдәле башҡорт шағиры Муса Сиражиҙың тыуыуына 85 йыл тула. Ул талантлы шағир-лирик һәм йырсы, дәртле публицист һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ билдәле.
Яҙыусының юбилейына һуҡырҙар өсөн Башҡортостан республика махсус китапханаһының тауыш яҙҙырыу студияһында диктор Айзилә Вәлиева Муса Сиражиҙың башҡорт телендә «Ер һәм йыр» китабын уҡып ишеттерҙе. "Һөйләүсе" китап китапхананың электрон китап базаһына беҙҙең ҡулланыусылар өсөн флешкартаға яҙыу өсөн йөкмәтелгән. 
01.02.2024

Һуҡырҙар өсөн яңы баҫмалар 

Новые издания для незрячих
Махсус китапхананың тифлобаҫма бүлегендә «Башҡортостанда спорт: төбәктең спорт әҙерлеге үҙәге» ҡабарынҡы-график әсбабы донъя күрҙе. Ҡулланма насар күреүселәр өсөн ҙурайтылған шрифт һәм һуҡырҙар өсөн ҡабарынҡы нөктәле Брайль шрифы менән нәшер ителгән.
Әсбапта Өфө ҡалаһының эре спорт үҙәктәре, унда ниндәй секцияларҙа булырға мөмкинлеге, Башҡортостан Республикаһының күренекле тренерҙары һәм спортсыларының ҡайһыһы ошо үҙәктәрҙә шөғөлләнә тигән мәғлүмәт сағылдырылған.
29.01.2024

"Яңы заман өсөн көслө идеялар" форумына ғаризалар ҡабул ителә башланы

Начался прием заявок на форум «Сильные идеи для нового времени»
«Яңы заман өсөн көслө идеялар» форумына ғаризалар ҡабул ителә, ул дүртенсе тапҡыр үткәреләсәк. Форумды ойоштороусылар - стратегик башланғыстар агентлығы Һәм Росконгресс фонды, ВЭБ.РФ. Идеяны идея.росконгресс.рф платформаһында 2024 йылдың 31 ғинуарына тиклем бирергә мөмкин. Һуңынан эксперттар топ-1000 һәм топ-100 идеяларын һайлап аласаҡ, иң яҡшы тәҡдимдәрҙе март айында ил етәкселегенә тәҡдим итәсәк.
"Форум – ул бөгөн илебеҙ алдында торған проблемаларға яңы һәм йыш ҡына проблемаларҙы хәл итеүгә стандарт булмаған ҡараш. Үткән йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, илдә Рәсәй яҙмышында, уның киләсәген формалаштырыуҙа ҡатнашырға әҙер булған күпме аҡыллы һәм битараф булмаған кешеләр бар.

Страницы

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.