Филиалдарҙан яңылыҡтар

 Белорет ҡалаһының реабилитацион үҙәгендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн "Китап беҙгә ҡунаҡҡа килде" циклынан тәүге осрашыу-танышыу үтте. 
Үҙенсәлекле балалар һуҡырҙар өсөн китаптар тупланған уникаль учреждение менән танышты. Махсус китапхананың Белорет филиалы мөдире Зөлфиә Шәкирова "Бүләккә китап" серияһынан тактиль китаптар күрһәтте.  Был китаптарҙың биттәре йомшаҡ, туҡыманан эшләнгән, ә хәрефтәр һәм һандар ҡабарынҡы аппликация техникаһы менән башҡарылған. 

Балалар әкиәт тыңланылар, оригами менән булыштылар. Хушлашҡан саҡта, балалар шаян әкиәт геройҙары менән теләр-теләмәҫ кенә айырылды. Әлбиттә, татлы бүләктәр һәм иҫтәлеккә фотолар ҙа ситтә тороп ҡалманы.

 

You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.