Филиалдарҙан яңылыҡтар

Вести из филиалов. Белебей
Махсус китапхананың Бәләбәй филиалында, шағир, публицист, йәмәғәт эшмәкәре Муса Сиражиҙың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы, ВОС менән берлектә сара үткәрҙе.
Сараға килгән ҡунаҡтар әҙиптең тормош юлы, ижады менән таныштылар. Муса ағай бик йәштән үк яҙыша башлай, БДУ-ны тамамлағас, Башҡорт китап нәшриәтендә редактор, унан “Ҡыҙыл таң” газетаһында эшләй. 1966 йылда “Осрашыу” тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә.
Шулай уҡ, Бәләбәйҙә коррекцион мәктәптең 3-4 класс уҡыусылары өсөн И. А. Крылов ижадына бағышланған кисә ойошторолдо. Уҡыусылар викторинала, төрлө уйындарҙа көс һынаны.
Стәрлетамаҡ филиалында, башҡорт яҙыусыһы Мостай Кәрим иҫтәлегенә арналған “Мостай хаҡында тере хәтер” күргәҙмә булдырылды.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.