Ф. М. Достоевскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыуға арналған.

Махсус китапхананың "Балаганчик" китап театры Фёдор Михаил улы Достоевскийҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы "Ағайым төшө" повесы буйынса спектакль әҙерләне. 
Мордасов ҡалаһында Мария Александр ҡыҙы Москалева йәшәй. Уның 23 йәшлек  ҡыҙы бар. Әсәһе Зинаиданы ҡыҙын кейәүгә бирергә хыяллана, әммә ҡыҙ ҡалалағы берҙән-бер кавалер Павел Мозгляковтың тәҡдимен кире ҡаға. 

Бер көндө Москалевтар йортонда кенәз К. туҡтала. Ул инде йәш түгел, ҡартлыҡтан аҡылы ла насарыраҡ. Ҡунаҡ менән аралашҡан саҡта Марияның башына бер уй килә: ҡыҙын ошо кешегә кейәүгә бирергә. Зинаида башта риза булмаһа ла, әсәһе күндерә. 
Спектаклдә һәүәҫкәр артистар Марина Иванова, Рәмзиә Тарасова,  Илдар Мансуров, Ринат Сөләймәнов, Зарема Сөләймәнова, Сулпан Ракаева, Гөлфинә Хәйретдинова, Олег Бугров, Рәйсә Сәбитова, Гөлфинә Хәйретдинова ҡатнашты.
You are reporting a typo in the following text:
Simply click the "Send typo report" button to complete the report. You can also include a comment.